БАЙМАҠ районы ШҮЛКӘ ауылының ер-һыу атамалары
Шүлкә ауылы Башҡортостандың матур бер төбәге. Ундағы урман-тауҙар,йылғалар бик матур. Исемдәре лә ҡолаҡҡа ятышлы ғына. Шүлкә ауылы Баймаҡ районында урынлашҡан. Ҡасандыр бында “Коммунар” колхозы булған. Ул Сыңғыҙ, Ташкүпер, Шүлкә, Шырмай һәм Ямаш утарҙарын берләштергән. Үҙәге Ямаш утарында урынлашҡан.
Һуғыштан һуң утарҙарҙы, киләсәге юҡ тип, тарҡатҡандар. Ямаш утары халҡы Шүлкәгә күскән. Колхозды башта урман бүлексәһенә үҙгәрткәндәр. Һуңыраҡ Ишбирҙе леспромхозына ҡушҡандар.
З.Г.Әминев билдәләүенсә “шүлкә” һүҙе боронғо башҡорт телендә “һул” тигәнде аңлатҡан. Шуға күрә Йылайыр йылғаһына һул яҡтан ҡойған Шүлкә йылғаһы ауылға исем биргән тип әйтергә була.
Ауылда халыҡ телендә дүрт урам бар: Мамыҡ, Балғалаҡ, Кәкере һәм Аръяҡ, ә документтарҙа был урамдар З.Аҡназаров, Суйынсы һәм Ямаш урамы тип йөрөтөлә.
ӘБЕСҠАН
Октябрь революцияһына тиклем ярлылыҡтың, аслыҡтың сигенә еткән яңғыҙ әбей хәлле генә бер ғаиләнең тауығын урлап бешереп ашай. Ә хужа быны белеп ҡала ла асыулана, үлтереү менән янауын ишетеп, әвей урманға ҡаса. Нимә етте шуның менән тамаҡланып йәйҙе үткәрһә лә, ҡар һыуыҡлары башланғас, ашарына тапмай, ауыл тирәһенә килә. Ә теге ир уны ат эҙләп ҡайтып килгәндә күрә һәм һывай баҫтыра. Әбей ҡасып бара ла, арып, бер үҙәккә тәгәрәп төшә. Ә үҙәктә бер йылға ағып ятҡан. Әбей йылғаның сыҡҡан ерендәге һаҙамыҡ урынға тәгәрәп төшөп үлә икән. Шуғала шишмәне Әбей осҡан һүҙенән Әбесҡан тип атайҙар. Был шишмә бөгөн бик һай ғына. Ауылды икегә бүлеп тора. Ана шул бүленгән ерҙән һул яғын Мамыҡ урамы, уң яғын Балғалаҡ урамы тип йөрөтәләр. Документ буйынса был ике урам Зекерейә Аҡназаров исемен йөрөтә. Әбесҡан Кәкере урамда башланғыс ала.
МАМЫҠ УРАМЫ
Бер ваҡыт магазинға мамыҡ килгән. Уны, башҡалар белгәнсе ошо урам кешеләре үҙ-ара бүлешеп алып бөткәндәр. Шуға был урамды Мамыҡ урамы тип әйтәләр.
КӘКЕРЕ УРАМ
Был урам ауылға арҡыры ултыра. Шуға ла ошондай исем алғандыр инде.
ӘПТЕРАЗАҒҮЛГӘН
Шүлкә ауылы урман араһында, башҡа ауылдарҙан алыҫта урынлашҡанға юл өҙәрем. Ямғырлы гөндәрҙә трактор йә ат менән генә юлға сыға торғайны кеше. Шулай бер Буранбай ауылындағы бер әбейҙең берҙән-бер Әптеразаҡ тигән улы Шүлкә ауылы һылыуына ғашиҡ була. Ул “Беларусь”тракторы менән барып йөрөй. Өйләнешәләр. Бер ваҡыт ҡайныларына бара ятҡанда (юл бик бысыраҡ була) “Беларус”тың ишеге асылып китеп, Әптеразаҡ ҡолап төшә һәм тапалып ҡала. Хәҙер был урынды Әптеразағүлгән тип йөрөтәләр.
ЯМАШ УТАРЫ
Хәҙерге Беренсе Этҡол ауылы борон Ямаш тип аталған. Ямаш ауылына бик борон нигеҙ һалынған. Революциянан алда Ямаш ауылы байлары йәй айларында йәйләүгә сығыр булғаннар. Һәм улар үҙләренә Йылайыр буйындағы һәҙерге Ямаш утары тип аталған бик матур урынды һайлағандар. Ямаш утарына йәйләргә килгән байҙың ялсылары шул утарҙа байҙың малдарын көтөп ҡыш көнө лә ҡышлар булғаннар .Ә революциянан һуң,байлар бөткәс, Ямаш утарында йәшәгән ярлы халыҡ шунда төпләнеп ҡалған, ағас эшенә бәйләнеп киткән. Ошо уҡ юл менән хәҙерге Ғәҙелбай ауылының “Шырмай утары”, Таулыҡай ауылының “Ҡушкүпер утары”, Сыңғыҙ ауылының “Сыңғыҙ утары”, Буранбай ауылының “Буранбай утары” булған. Аҙаҡ был утар халҡы Буранбай утары урынына күсеп килгән. Ә утар урындары һаман исемдәрен һаҡлай. Ә Буранбай утары Шүлкә йылғаһын һыулағанға ауылға Шүлкә исемен биргәннәр. Тәүлә “Коммунар” колхозы булғанға Камунар тип тә әйтәләр был ауылды.
ТАЙЫШБАТҠАН ҺАҘЛЫҒЫ
Шүлкә ауылына алыҫ түгел Тайышбатҡан исемле һаҙлыҡ бар. Был исемдең килеп сығыуы тураһында былай һөйләйләр: бер ваҡыт тайыш табан айыуға ошо һаҙлыҡты үтергә кәрәк буған. Ул һаҙлыҡ аша сығып барғанда сығып етә алмайса батып үлгән. Шунан башлап был һаҙлыҡ Тайышбатҡан һаҙлығы булып аталып йөрөтөлә башлаған.
ТАБЫР
Йылайыр туғайын шулай атайлар. Йылайыр районының “Заря” совхозы һауынсылары һәр йәй ошо туғайға йәйләүгә сыҡҡаннар. Һәҙер кимәйҙәр, ләкин Табыр (Табор һүҙенән) исеме ҡалған
ҠЫЛҒАНТҮШ
Ҡылғантүш-Һарыһаҙ йылғаһынан урманға тиклем буған иңкеү урын. Анда беҙҙең урман яғына хас булмаған ҡылған үҫкән. Шуға халыҡ Ҡылғантүш тигән.
АЛТЫНБАЙ
Йылайырҙың арғы түшендә түңәрәк кенә аҡлан бар. Ул аҡланға Алтынбай тип исем биргәннәр. Унда элек Алтынбай менән әбейе йәшәгән. Уларҙың өс улы буған. Һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән алар. Ҡыш ҡуян,ҡош атҡан, йәй балыҡ тотҡан. Мал көткәннәр, бесән сапҡаннар. Был урынды һәҙер ҙә Алтынбай тип йөрөтәләр.
СӘБИЛӘ ТАУЫ
Шүлкә йылғаһының һул яҡ яры буйлап ауыл тапҡырында оҙон ғына һуҙылған бейек тау бар. Ни өсөндөр йәшеллеккә төрөнгән, сәскәле Шүлкә туғайларынан өҫтөн күреп элек Аллаяр тигән кеше ғаиләһе менән ошо тау башына сыҡҡан. Өс улы киленнәре менән буғаннар. Аллаяр почта сапҡан. Улдары мал көткән. Ике өйөр йылҡыһы, утыҙ быҙаулы һыйыры буған. Дүрт тирмөй-дүрт ғаиләгә һәм бер ҡунағөй. Почта эше менән кеше күп килгән, өҙөлмәгән кеше уларҙан. Ҡышҡы өйҙәре лә алыҫ бумаған. Тау башы булһа ла, картуфы уңған, бейәләренең ҡымыҙын да маҡлап эскәннәр. Шуғамылыр халыҡ был тауға Аллаярҙың исемен түгел, ә ҡатыны Сәбиләнең исемен ҡулай күргән.
ЫНЙЫ ТАУЫ
Элек йәшәгән, ти, Әхмәтғәле тигән бай. Был бабайҙың Ишбулды тигән улы һәм Ынйыбикә тигән ҡыҙы буған. Әсәләре — Ҡарлуғас әбей. Өйҙәренең эргәһендә генә тауы буған. Ул тауҙа ҡарағайлар үҫкән. Ҡарағайҙың ботағына әүһәләк һалып өйгәннәр, ташы менән көннәр буйы уйнағаннар. Бала ваҡытын шул тауҙа үткәргән. Шуға был тауҙы бөгөн Ынйытау тип әйтә лә ҡуялар. Аҙаҡ анда леспромхоздың канторы булды.
КҮРӘНБЕСӘН
Күрәнбесән Шүлкә йылғаһы буйындағы ҙур ғына аҡлан. Унда элек һаҙлыҡ буған һәм күрән бесән үһкән. Һәҙер ул һаҙлыҡтар кипкән, күрән бесәне лә юҡ, әммә исем ҡалған. Бында ауыл халҡы төрлө байрамнарын үткәрә яланы матур буғанға.
АТЙӨҘГӨС
Элек Шүлкә йылғаһында мул һыулы тәрән ятыу буған. Ятыуҙа кешеләр һыу ингән, ат йөҙҙөргәннәр, ат йыуғаннар. Аҙаҡ ат йөҙгөстө ҡарамағаннар, ләм,ҡом ҡаплаған һәм бик ныҡ һайыҡҡан. Һәҙер ат түгел кеше йөҙөрлөк түгел бит. Шулай ҙа ишетер ҡолаҡҡа сәйер булып Атйөҙгөс тигән исеме ғалған.
БОЕЦТАЛ
Байстал граждандар һуғышы ваҡытында бер бәләкәй генә шишмә эргәһендә ике боецты үлтереп киткәндәр. Шуға ошо шишмәне Боецтал — халыҡ телендә Байстал тип йөрөтәләр.
ҠАСҠЫН ЯЛАНЫ
Борон ҡаҙаҡтар менән башҡорттар араһындағы барымта-ҡарымта ваҡытында бер башҡорт ҡатынын ҡаҙаҡтар урлап китә. Ул ҡатын ҡасып ҡайта. Шунан тыуған яҡтарына еткәс, бер урманда бер ир бала таба. Хәҙер ул ерҙе Ҡасҡын яланы тиҙәр, шул ир баланан таралып киткән беҙҙең яҡтағы Ҡасҡыновтар.
ТУҒЫҘБАЙ (I вариант)
Исәкәй ҡарт староста ваҡытында Ирәндек буйында уның биләмәһе була. Батша ҡыҫа башлағас, дүрт урында йәшерен кузня эшләйҙәр. Һәр бер кузняға хужа теркәлә. Туғыҙбай утарында Туғыҙбай исемле кеше етәкселек итә. Сыңғыҙ утарында — Сыңғыҙ хужа, Имәнйәр утарында — Имәнйәр исемле кешене ҡуя, Шырмай утарында — Шырмайҙы ҡуя. Ана шул кешеләрҙең исемдәренән килеп сыҡҡан инде был ерҙәрҙең атамаһы, — тип һөйләне ауылдың имам-хатибы Юламан олатай Раев. — Минең әҡрәбәм Ҡотлояр ҡартатайымдың атаһы Мәхмүт эшләгән Имәнйәр кузнецтә. Ҡорал һәм башҡа кәрәк-яраҡ эшләп, Орскийҙың баҙарына алып барып һатыу итәләр. Батша һалдаттары тикшереү үткәрә тигән хәбәрҙе бер- береһенә сапҡын ебәреп хәбәр иткәндәр. Шунан күзнәләрҙе тиҙ генә йәшергәндәр. Шулайтып йәшенеп кенә эшләгәндәр. Күзнәләргә үҙ кешеләр генә йөрөгән. Шундайҙар араһында Сейем Ҡасҡынов тигән кеше буған. Сейем Ҡасҡынов Йылайыр йылғаһын бер урындан ғына кисеп сығыр булған, сөнки башҡа ерҙәрҙән бер ярҙан икенсеһенә сығыу бик ауыр буған. Ана шул кисеү хәҙер Сейем кисеүе тип атала.
ТУҒЫҘБАЙ (II вариант)
Ҡалмаҡ (Шүлкә ауылынан 12 километр алыҫлыҡта бөгөнгө Йылайыр районына ингән Надеждинск тигән сыуаш ауылы бар. Был ауылды Ҡалмаҡ тип йөрөтә шүлкәләр) яғына барғанда Туғыҙбай буйынан үтәһең. Элек бер байҙың туғыҙ малайы буған. Улдары үҫеп, өйләнә торған, бай һәр береһенә бер ялан биреп, шунда өй һалып сығара торған. Һәр береһе бай буған. Шуға ла был ерҙәрҙе Туғыҙбай тип атағандар.
Мостаева Т.
Шүлкә ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Моталлапова Рәйсә Ғоссам ҡыҙының шәхси архив материалдары, Сәғәҙәтова Мөғлифә Мөхөтдин ҡыҙының мәғлүмәттәре файҙаланылды.